3 декабрь, Шәмбе

11 май 2012 йыл, 10:21

Янғын хәүефе миҙгеле башланғандан алып Башҡортостанда 30 урман янғыны булған

автор: Галина Бахшиева

Янғын хәүефе миҙгеле башланғандан алып Башҡортостанда 30 урман янғыны теркәлгән. Дөйөм алғанда 185 гектарҙан ашыу майҙанды ут ялмаған.

Быйылғы яҙҙағы һуңғы урман янғыны кисәнән алда төнөн Белорет районында, Әүжән урмансылығы биләмәһендә, теркәлгән. Унда 1 гектарҙа урман янған.

БР Урман хужалығы министрлығының матбуғат секретары Айбулат Ғәйнуллиндың әйтеүенсә, Әүжән урман хужалығындағы янғынға йәшен сәбәпсе булған. Уны һүндереүҙә һигеҙ кеше һәм дүрт техника берәмеге ҡатнашҡан. Әлеге ваҡытта янғын үткән урын күҙәтеүгә алынған.

Хәтерегеҙгә төшөрәйек, БР Урман хужалығы министрлығының диспетчер идара итеү пункты тәүлек әйләнәһенә эшләй. Урман һағының «тура линия»һы телефоны: 8(347)262-40-39 йәки 8-800-100-94-00 (бөтә телефондарҙан да шылтыратыу бушлай).