Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.07 ↓

EUR 60.84 ↓

25 апрель, Шишәмбе

Уфа   °

Шәкәр сөгөлдөрө Башҡортостанда планда ҡаралған майҙандарҙың 68 процентында сәселгән

Иҡтисад

Башҡортостан аграрийҙарына шәкәр сөгөлдөрөнә бүленгән майҙандарҙың 30 проценттан ашыуын сәсергә ҡалған. Сөгөлдөр йәмғеһе 39 мең гектарҙа сәселгән.

Был иҡтисади йәһәттән табышлы техник культураны сәсеүҙе республикала беренсе булып Дәүләкән районы аграрийҙары тамамланы. Тағы биш районда планды үтәүгә иҫәпле генә гектарҙар ҡалған. Атап әйткәндә, благоварҙар һәм илештәр был культураға бүленгән майҙандарының 96 процентын сәскән.

Республикалағы иң ҙур сөгөлдөр майҙандары — Әлшәй районында. Татлы тамыраҙыҡ плантациялары бында 7700 гектарҙы биләй. Бөгөнгө көндә, БР Ауыл хужалығы министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, район хеҙмәтсәндәре 6500 гектарҙа сәсеү үткәргән. Шәкәр сөгөлдөрө үҫтереү буйынса республикалағы икенсе район — Ҡырмыҫҡалы. Бында сәсеүлектәр әлегә өс меңгә яҡын гектарҙы биләй.  

Шәкәр сөгөлдөрө быйыл Башҡортостанда 67 мең гектарҙа сәселәсәк. Татлы культура майҙандарын аграрийҙар бер юлы биш процентҡа арттыра. Әлеге тенденция киләһе йылда ла һаҡланырға тейеш.

Хәтерегеҙгә төшөрәйек, шәкәр сөгөлдөрө плантациялары былтыр республикала 57,4 мең гектарҙы тәшкил итте. Сөгөлдөрсөләр 1,4 млн тонна тамыраҙыҡ ҡаҙып алды, уртаса уңыш гектарынан 247 центнер тәшкил итте. Шәкәр заводтарына 1,2 млн тонна тамыраҙыҡ эшкәртеүгә оҙатылды.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть