8 декабрь, Кесе йома

10 май 2012 йыл, 17:23

Палдиски Башҡортостан эшҡыуарҙары менән осрашыуға әҙерләнә

автор: Марина Шумилова

2012 йылдың 13-14 июлендә «Ҡала көндәре» сиктәрендә Эстонияның Палдиски ҡалаһында Балтика буйы илдәре һәм Башҡортостан Республикаһы эшҡыуарҙарының бизнес-форумы үтәсәк. «Башинформ» агентлығына Башҡортостан Республикаһының Балтика төбәгендәге ЮНЕСКО эштәре буйынса комитеты вәкиле, «Салауат Юлаев» Балтика халыҡ-ара үҙәге идараһы рәйесе Рина Хәмитованың хәбәр итеүенсә, Палдиски ҡалаһында Башҡортостан Республикаһының ЮНЕСКО эштәре буйынса комитетының башҡарма директоры Өлфәт Йомағужин етәкселегендәге делегация менән осрашыу йомғаҡтары буйынса шундай ҡарар ҡабул ителгән. Буласаҡ форумдың деталдәре Рина Хәмитова менән ойошторолған Палдиски ҡалаһы мэрының эшҡыуарлыҡ буйынса урынбаҫары Эльдар Тоонверк менән Палдиски Эшҡыуарҙар союзы рәйесе Энн Лаансооның Ригаға визиты барышында тикшерелгән.

Балтика буйы илдәре һәм Башҡортостан Республикаһы эшҡыуарҙарының Палдискиҙағы бизнес-форумы беҙҙең күп быуатлыҡ мөнәсәбәттәр тарихында беренсе тапҡыр үткәреләсәк. Уны үткәреүҙе әле «Рәсәй терәге»нең Башҡортостан төбәк бүлексәһе һәм уның Балтика төбәгендәге вәкиллеге лә хуплаған. Палдиски эшҡыуарҙары ойошмаһы латыш коллегалары менән төрлө форматтағы форум программаларын әҙерләүгә тотонған да инде.

Палдиски вәкилдәренең Ригалағы осрашыуында, әйткәндәй, унда Латвиялағы башҡорттар диаспораһы етәкселәренең береһе Рәдиф Ғәлиханов та ҡатнашҡан, атап әйткәндә, Башҡортостан менән туристик бәйләнештәрҙе үҫтереү мәсьәләһе ҡаралған. Рина Хәмитова, был программа сиктәрендә хеҙмәттәшлек итеү мөмкинлектәрен билдәләп, Башҡортостан Республикаһында социаль туризм программаһын үҫтереү тураһында һөйләгән.