4 декабрь, Йәкшәмбе

10 май 2012 йыл, 17:08

Ҡырмыҫҡалы районында 30 мең ҡарағай ултыртылды

автор: Галина Бахшиева

«Ағас ултырт» тәбиғәтте һаҡлау акцияһы сиктәрендә республиканың Ҡырмыҫҡалы районында 30 мең ҡарағай ултыртылды.

Сарала 300-ҙән ашыу кеше ҡатнашты, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Республикаһы Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының матбуғат хеҙмәтенән. Улар араһында – предприятие һәм ойошма хеҙмәткәрҙәре, шулай уҡ мәктәп уҡыусылары һәм тыуған яҡтың тәбиғәтенә битараф булмаған урындағы халыҡ.

Акцияны ойоштороусылар булып Башҡортостан Республикаһы Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының Өфө территориаль идаралығы һәм Ҡырмыҫҡалы ауыл советы ауыл биләмәһе хакимиәте сығыш яһаны.