3 декабрь, Шәмбе

10 май 2012 йыл, 16:41

Башҡортостан педагогтары Германиялағы хеҙмәттәштәренең тәжрибәһен өйрәнә

автор: Эльмира Сабирова

Башҡортостандың ЮНЕСКО эштәре буйынса комитеты вәкилдәре «Европа контексында профессиональ компетенция» халыҡ-ара мәғариф проекты һәм Рәсәйҙә — Германия йылын, ә Германияла Рәсәй йылын үткәреү айҡанлы саралар сиктәрендә Баден-Вюртемберг еренең мәғариф учреждениеларына юлланды.

Комитеттың матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, проект сиктәрендә республика делегацияһы Германиялағы хеҙмәттәштәре менән Бад-Вильдбад ҡалаһының Мәғарифты үҫтереү академияһында уртаҡ проекттарҙы тикшерә, шулай уҡ Башҡортостан менән Баден-Вюртемберг еренең белем биреү учрежденелары араһында эшлекле бәйләнештәр булдырыу мәсьәләһен ҡарай. Делегация составына түбәндәге мәғариф учреждениеларының етәкселәре һәм уҡытыусылары инде: Өфөнөң 1-се педагогия колледжы, Өфө дәүләт профессиональ-педагогия колледжы, Стәрлетамаҡ мәғариф һәм профессиональ технологиялар колледжы, Мәскәү психология-социаль университетының Стәрлетамаҡ филиалы, Мәскәү дәүләт технологиялар һәм идара итеү университетының Мәләүездәге филиалы, Салауат ҡалаһының 19-сы мәктәбе һәм Күмертауҙың 1-се гимназияһы.

Өҫтәп әйтергә кәрәк, республика делегацияһын төбәктең мәғариф министры урынбаҫары Владимир Аристархов етәкләй.

Башҡортостан вәкилдәре шулай уҡ Юберлинген ҡалаһында үткәрелгән коррекцион педагогика мәсьәләләре буйынса халыҡ-ара конференция эшендә лә ҡатнаша, сарала Евросоюз илдәре ғалимдары, педагогтары һәм социаль хеҙмәткәрҙәре фекер алыша.