8 декабрь, Кесе йома

10 май 2012 йыл, 16:26

Илдар Ғарифуллин Ҡариҙел районы башлығы итеп тәғәйенләнде

автор: Сергей Захаров

10 майҙа Ҡариҙел районы муниципаль район Советы депутаттары Илдар Ғарифуллинды контракт буйынса район хакимиәте башлығы итеп раҫланы.

Ул 1963 йылдың 25 мартында Өфөлә тыуған. Ике юғары белемгә эйә — Башҡорт дәүләт университетын һәм Урал дәүләт юридик академияһын тамамлаған, Башҡортостандың атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре.

Ҡараяр урта мәктәбендә уҡытыусы, директор урынбаҫары, директор булып эшләй. 1999 йылдан Ҡариҙел районы хакимиәте башлығы урынбаҫары, ә 2010 йылдан әлегә тиклем хакимиәт башлығының беренсе урынбаҫары була.