5 декабрь, Дүшәмбе

10 май 2012 йыл, 15:54

17 район эшсәндәре иген сәсеүҙе тамамланы

автор: Ғәлиә Нәбиева

17 район баҫыуҙарында яҙғы иген һәм ҡуҙаҡлы иген культуралары тулыһынса сәселеп бөттө, тип хәбәр иттеләр республиканың Ауыл хужалығы министрлығында.  Бөгөнгө көндә республикалағы иген баҫыуҙары йәмғеһе 1 млн 13 мең гектарҙы биләй. Планға ҡарата был 84 процент.

Республиканың Үҙәк райондары хужалыҡтарында һуңғы гектарҙарҙа сәсеү алып барыла. Ауырғазы, Әлшәй, Борай, Ғафури, Туймазы, Өфө һәм Кушнаренко райондары хеҙмәтсәндәре 95 проценттан ашыу майҙандарын сәскән.  

— Йылы яратыусы культураларҙы: тары, ҡарабойҙай, кукуруз, судан үләнен генә сәсергә ҡалды, — тип сәсеү кампанияһы барышына аңлатма бирҙеләр республиканың аграр ведомствоһында.

Төньяҡ-көнсығыш райондарҙа һәм Урал аръяғында сәсеү эштәре яңы саҡ ҡыҙа, унда планлаштырылған майҙандарҙың 60 процентында сәсеү эштәре үткән. Был төбәктәрҙә сәсеү бер аҙ һуңлап башлана. Сәсеү кампанияһына ямғырҙар ҙа төҙәтмәһен индерҙе.

Белгестәр күҙаллауынса, 15 майға республикала сәсеү тамамланасаҡ. Сәсеүлек майҙандары структураһына ярашлы, 2 млн 152 мең гектарҙа яҙғы сәсеү үткәреү ҡаралған. Иген баҫыуҙары быйыл 21 процентҡа арттырылған һәм һөҙөмтәлә 1 млн 211 мең гектарҙы тәшкил итәсәк. Техник культураларға 264 мең гектар бүленгән.