5 декабрь, Дүшәмбе

10 май 2012 йыл, 15:49

Республикала кластер башланғыстарын үҫтереү өсөн 90 миллион һум аҡса йәлеп итеү планлаштырыла

автор: Галина Бахшиева

Башҡортостан РФ субъекттарын конкурс нигеҙендә һайлап алыу программаһында ҡатнаша, уларҙың бюджетына 2012 йылда бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа дәүләт ярҙамы күрһәтеү сиктәрендә тормошҡа ашырылған сараларҙы финанслау өсөн субсидия бирелә. Ил төбәктәренән заявкалар ҡабул итеү 15 майҙа тамамланасаҡ.

Башҡортостан тарафынан бирелгән заявкаға ярашлы, средстволарҙың күпселек өлөшөн, яҡынса 90 миллион һумды, республиканы инновацион йәһәттән үҫтереү программаһы сиктәрендә тормошҡа ашырылған кластер башланғыстарына ярҙам итеү һәм уларҙы үҫтереү өсөн йәлеп итеү планлаштырыла.

Әлеге ваҡытта Башҡортостандың Кластерлы үҫтереү үҙәгенең эш тәжрибәһе, уны Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә лә йәйелдереү маҡсатында, федераль кимәлдә тикшерелә, ә 2011 йылда инновацион үҫеш буйынса республика программаларын тормошҡа ашырыу, эксперттар фекеренсә, иң һөҙөмтәле һәм уңышлыларҙың береһе һанала.

Белешмә өсөн: Башҡортостан Республикаһын Кластерлы үҫтереү үҙәге үткән йылдың декабрендә булдырылды. 2011-2015 йылдарға оҙайлы сроклы маҡсатлы инновацион программаны тормошҡа ашырыу, шулай уҡ Башҡортостан Республикаһының кластер сәйәсәтен тормошҡа ашырыу буйынса саралар планы Үҙәктең өҫтөнлөклө бурыстары булып тора.