8 декабрь, Кесе йома

10 май 2012 йыл, 15:34

Башҡортостанда йәйге осорҙа транспорт саралары хәрәкәтенә ваҡытлыса сикләү индерелә

автор: Әлим Фәйезов

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең 2012 йылдың 5 майындағы 522-р һанлы бойороғо менән Башҡортостан Республикаһының төбәк һәм муниципаль-ара әһәмиәттәге автомобиль юлдарында 2012 йылдың 4 июненән 31 авгусына ҡәҙәр көндөҙгө һауа температураһы 32 градустан ашҡан осраҡта (Рәсәй Гидрометеоүҙәге мәғлүмәттәренә ярашлы) күсәренә төшкән ауырлыҡ Рәсәй Федерацияһы биләмәһендә билдәләнгән күрһәткестән артып киткән ауыр йөк ташыусы транспорт саралары хәрәкәтенә ваҡытлыса сикләү индерелә.

БР Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, йәйге осорҙа хәрәкәтте ваҡытлыса сикләү һауа температураһы рөхсәт ителгән күрһәткестәрҙән юғары булғанда асфальт-бетон япмалы автомобиль юлдарында ауыр йөк ташыусы транспорт саралары өсөн индерелә.

Ауыр йөк ташыусы транспортҡа асфальт-бетон япмалы юлдарҙан йөрөү 22.00-дән 10.00-гә тиклем рөхсәт ителә.  

Йәйге осорҙа хәрәкәтте ваҡытлыса сикләү пасажирҙар ташыусы, шул иҫәптән халыҡ-ара рейстарҙағы автобустарға; стихиялы бәлә-ҡаза йәки башҡа төрлө ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе бөтөрөү өсөн кәрәкле йөктәр ташыуға; автомобиль юлдарында ремонт эштәрен үткәргәндә ҡулланылған юл техникаһын һәм материалдарын ташыуға ҡағылмай.