Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.02 ↑

EUR 61.53 ↑

30 март, Кесе йома

Уфа   °

Еңеү көнөндә Хәйбулла районында яугир яҡташтарға икенсе һәйкәл асылды

Йәмғиәт

Хәйбулла районының Һамар ауылында Еңеү көнөндә Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яҡташтарға икенсе һәйкәл асыу тантанаһы үтте. Беренсе мемориал һуғышта һәләк булған 300-ҙән ашыу ауылдаштарының  исемен мәңгеләштерә. Хәҙер иһә фронттан ҡайтып, һуғыштан һуңғы йылдарҙа мәрхүм булған 138 Бөйөк Ватан һуғышы яугирына монумент асылды.

Мемориал район һәм урындағы бюджет аҡсаһына эшләтелгән. Аҡ мәрмәрҙән яһалған һәйкәлдә алтын хәрефтәр менән: «Беҙ барып еттек. Беҙ еңдек!», — тип яҙылған.

Һәйкәлде асыу тантанаһында Хәйбулла районы хакимиәте башлығы Рөстәм Хәйруллин, яҡташ яугирҙарының исемен мәңгеләштереү буйынса ҙур эштәр башҡарған Һамар ауылы халҡынан үрнәк алырға кәрәк, тип билдәләне. Бындай мемориалдар уҙған быуаттың 90-сы йылдарынан бирле эшләнгәне юҡ.

Теги: еңеү көнө
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть