8 декабрь, Кесе йома

10 май 2012 йыл, 13:08

Күмертауҙа «Еңеүселәр йөҙө» электрон альбомының презентацияһы үтте

автор: Марина Шумилова

«Еңеүселәр йөҙө» проектының видеоверсияһы 9 майҙа Күмертау ҡалаһының Советтар майҙанында ҙур экрандан күрһәтелде. Күмертау ҡалаһы ҡала округы хакимиәтенең архив бүлеге, Мәғариф идаралығы һәм Ресурс мәғлүмәт-кадрҙар үҙәге башланғысы менән ойошторолған проект Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы яҡташтар тураһында электрон альбом форматында тормошҡа ашырыла.

Ветеран-Еңеүсе образы бөгөнгө заман кешеһенә Бөйөк Еңеү тураһында күберәк мәғлүмәт туплау мөмкинлеген бирә, быуындар араһында бәйләнеш булдыра, тип билдәләй проектты ойоштороусылар. «Еңеүселәр йөҙө» электрон альбомына индерелгән хәтирәләр Бөйөк Ватан һуғышының тере йылъяҙмаһы булып тора, ул киләсәк быуын өсөн һуғышта ҡатнашыусыларҙың ҡаһарманлығы һәм батырлығы тураһында изге хәтерҙе һаҡлап ҡалырға ярҙам итәсәк.

темалар: еңеү көнө