7 декабрь, Шаршамбы

10 май 2012 йыл, 12:24

Миңлеғәле Шайморатовҡа Рәсәй Геройы исемен биреүҙе яҡлап, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы 185 меңдән ашыу ҡултамға йыйҙы

автор: Тимур Рәхмәтуллин

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты, «Комдив Шайморатов. Геройҙың ҡайтыуы» акцияһында ҡатнашып, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры Миңлеғәле Шайморатовҡа үлгәндән һуң Рәсәй Геройы исемен биреүҙе яҡлап, Башҡортостандың 57 муниципаль берәмегендә йәшәүсе халыҡтан 185 меңдән ашыу ҡултамға йыйҙы. Акция 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы музейы, «Радио России-Башҡортостан» һәм Башҡортостан хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусылар союзы менән ойошторола, уға шулай уҡ төбәктең башҡа йәмәғәт ойошмалары ҡушылды.

Сарала Белорет районы халҡы әүҙем ҡатнашты, бында 10650 ҡултамға йыйылды, тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығына Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары Вәлиәхмәт Бәҙретдинов. Шулай уҡ Ейәнсура, Благовар, Көйөргәҙе, Йәрмәкәй, Дүртөйлө, Дыуан, Бүздәк, Яңауыл, Борай, Баҡалы, Ғафури, Учалы, Кушнаренко райондары, Өфөнөң Калинин һәм Киров райондары акцияға ҙур ярҙам күрһәтте.

Дивизия ветерандары һәм йәштәр алдында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты исемлекте 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы музейына тапшырҙы.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, акция сиктәрендә ҡултамға йыйыу пункты Өфө ҡалаһы, Левитан урамы, 27 адресы буйынса 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы музейында урынлашҡан. Телефондар: (347) 227-52-02, 227-47-57.