6 декабрь, Шишәмбе

10 май 2012 йыл, 12:12

10 - 20 майҙа гәзит-журналдарға ташламалы хаҡ менән яҙылырға мөмкин

автор: Әлфиә Шәрәфетдинова

Бөгөн Башҡортостанда гәзит-журналдарға яҙылыу декадаһы старт алды. 10 майҙан 20-һенә тиклем 2012 йылдың икенсе ярты йыллығына баҫма матбуғат сараларын яҙҙырырға теләгәндәр быны льготалы хаҡтар буйынса эшләй ала.

Традицион акция илдең барлыҡ төбәктәрендә лә йылына ике тапҡыр:яҙғы һәм көҙгө яҙылыу кампаниялары осоронда үтә. Гәзит-журнал редакцияларында ла, матбуғат сараларын таратыу буйынса хеҙмәт күрһәткән почта бүлексәләрендә лә ташламалар ҡаралған.

Киң мәғлүмәт сараларына редакцияларҙа ла, почтала ла яҙылырға мөмкин. Был хеҙмәтте баҫма продукция таратыусы башҡа бик күп фирмалар ҙа күрһәтә.

темалар: матбуғат,почта