Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 60.14 ↑

EUR 67.14 ↓

23 июнь, Йома

Уфа   °

Башҡортостан торлаҡ төҙөлөшөн үҫтереүгә субсидия алыуға дәғүә итә

Иҡтисад

Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты «РФ субъекттарында торлаҡ төҙөлөшөн үҫтереүҙе дәртләндереү» төбәк программалары сараларын тормошҡа ашырыу буйынса федераль бюджеттан субсидиялар алыуға конкурста ҡатнашыуға заявка бирҙе. Ул Рәсәйҙең Төбәктәр үҫеше министрлығы менән үткәрелә. Заявкала күрһәтелгән субсидиялар суммаһы – 735 миллион һум самаһы. Был турала БР Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

Рәсәй Федерацияһы субъекттарына субсидиялар РФ субъекттары алған кредиттарҙың процентын түләүгә киткән сығымдарҙы ҡаплауға, социаль инфраструктура объекттарын төҙөүгә һәм реконструкциялауға, эконом класындағы аҙ ҡатлы һәм күп фатирлы йорттар төҙөлгән яңы микрорайондарҙа автомобиль юлдары төҙөүҙә файҙаланыла ала.

Конкурста ҡатнашыу өсөн республика комитеты бер нисә проектты һайлап алған. Улар араһында — Өфөнөң яңы биҫтәләрендәге дүрт балалар баҡсаһы һәм дүрт автомобиль юлы проекты. Һайлап алыу шарттарына ярашлы, федераль бюджеттан һоралған 632 млн һумдан тыш, республика был проекттарҙы 911 млн һум күләмендә өҫтәп финансларға ниәтләй.

Шулай уҡ эконом класындағы торлаҡ төҙөүгә тәғәйенләнгән ер участкаларын инженерлыҡ инфраструктураһы менән тәьмин итеүгә алынған кредиттар буйынса проценттарҙы түләүгә сығымдарҙы ҡаплауға ла субсидиялар һораласаҡ. Был йүнәлеш буйынса 13 проект һайлап алынған. Һәм уларға йәмғеһе 102,5 млн һум аҡса һоралған.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть