8 декабрь, Кесе йома

10 май 2012 йыл, 11:40

12 май Рәсәйҙә - Милли ағас ултыртыу көнө

автор: Галина Бахшиева

12 майҙа Рәсәйҙә Милли ағас ултыртыу көнө үтәсәк, унда теләгән һәр кем ҡатнаша ала.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, йәмәғәтселек иғтибарын урмандарҙы һаҡлау мәсьәләһенә йәлеп итеү, шулай уҡ кешеләрҙә йәшеллеккә ҡарата һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү бөтә Рәсәй «урман» көнөнөң төп бурысы булып тора.

Тәүгә Милли ағас ултыртыу көнө бөтә ил кимәлендә 2011 йылдың 14 майында үткәрелде. Ул көндө илдең төрлө төбәктәренән 190 мең кеше ете мең гектар майҙанда 25 миллион үҫенте ултыртты.

Башҡортостанға килгәндә, бер йыл элек Милли ағас ултыртыу көнөндә төбәктең һәр урман хужалығында тиерлек 500-шәр үҫенте ултыртылды. Дөйөм алғанда республика урмандары 15 меңдән ашыу ағасҡа тулыланды, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Республикаһы Урман хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.