10 декабрь, Шәмбе

10 май 2012 йыл, 11:15

Учалы районында биш йәш ғаилә торлаҡ төҙөүгә субсидия алды

автор: Марина Шумилова

Учалы район хакимиәтендә «2013 йылға тиклем ауылды социаль үҫтереү» айырым маҡсатлы федераль программаһы буйынса таныҡлыҡтар тапшырыу тантанаһы үтте. Хакимиәт башлығының беренсе урынбаҫары – ауыл хужалығы бүлеге начальнигы Әҙип Ҡарамышев биш йәш ғаиләгә – социаль өлкә һәм ауыл хужалығы предприятиеһы хеҙмәткәрҙәренә дәүләт ярҙамы күрһәтеү тураһында документтар тапшырҙы, тип хәбәр итә район хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

— Ауыл хужалығын аяҡҡа баҫтырыу һәм ауылды тергеҙеү — республика һәм район етәкселеге эшмәкәрлегендәге төп йүнәлеш, — тип билдәләне Әҙип Ҡарамышев. –2011 йылда был программа сиктәрендә 14 ғаилә туғыҙ миллион һумдан ашыу суммаға субсидиялар алды. Ауыл өсөн һәр йәш ғаилә — ҡиммәтле ҡаҙаныш, шуға күрә ауыл эшсәндәренә бындай ярҙам киләсәктә лә күрһәтеләсәк.

Йортло булырға мөмкинлек алған бәхетле ғаиләләр араһында Уральск ауылынан Абдрахмановтар ҙа бар. Салауат Абдрахманов «Байрамғол» агрофирмаһында инженер булып эшләй. Салауат хәләл ефете Гүзәл менән ике ул тәрбиәләй. Ер участкаһы алып, төҙөлөш башлағандан һуң, 2010 йылда Абдрахмановтар дәүләт ярҙамы алыуға сиратҡа баҫҡан. Субсидия арҡаһында йәштәрҙең хәҙер төҙөлөшкә һалынған аҡсаһы күпкә артасаҡ.