3 декабрь, Шәмбе

10 май 2012 йыл, 11:07

Рөстәм Хәмитов коляскала йөрөүсе инвалидтар өсөн яңы электр транспортын ҡараны

автор: Тимур Рәхмәтуллин | фото: Олег Яровиков

9 майҙа Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов коляскала йөрөүсе инвалидтар өсөн ҡала электр транспорты презентацияһында ҡатнашты, сара Советтар Союзы Геройы С.И.Зорин исемендәге 1-се Өфө трамвай депоһында үтте.

Рөстәм Хәмитов депола эшләгән Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарын һәм Афғанстан ветерандарын Еңеү көнө менән ҡотланы, уларҙың һәр береһенә бүләктәр тапшырҙы. Ветерандар үҙ сиратында Президенттан Өфөлә һәм тотош Башҡортостанда трамвай-троллейбус транспортын үҫтереүҙе һораны.

– Мотлаҡ үҫтерәсәкбеҙ, — тине Рөстәм Хәмитов. – Беҙ баш ҡаланың төньяғы менән көньяғын тоташтырыу буйынса план әҙерләйбеҙ. Бының тиҙ йөрөшлө трамвай булыуы ихтимал.

Артабан Рөстәм Хәмитов һуғыштан һуң 1-се депола директор булып эшләгән Советтар Союзы Геройы Сергей Зорин мемориалына сәскәләр һалды.

Бынан һуң Башҡортостан Президенты коляскала йөрөүсе инвалидтар өсөн ҡулайлаштырылған трамвайҙы ҡараны. Усть-Ҡатау вагондар төҙөү заводында етештерелгән был трамвай быйыл Өфө электр транспорты идараһына ҡайтасаҡ дүрт вагондың беренсеһе. Уға һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән пассажирҙарҙы ултыртыу-төшөрөү өсөн махсус баҫма монтажланған.

Рөстәм Хәмитов «Башҡортостан троллейбус заводы» асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә етештерелгән, инвалидтарҙы йөрөтөү өсөн тәғәйенләнгән троллейбусты ҡараны. Әммә Президент пассажирҙарҙы ултыртыу һәм төшөрөү өсөн ҡулайлаштырылған баҫҡыстың уңайһыҙ урынлашыуын, бының инвалидтар өсөн бик күп ҡыйынлыҡтар тыуҙырасағын билдәләне.

Төбәк башлығы һүҙҙәренсә, торлаҡ мәсьәләһе менән бер рәттән, ҡала хужалығында транспорт проблемаһын тиҙ арала хәл итеү, атап әйткәндә, республика баш ҡалаһының төньяҡ һәм көньяҡ өлөштәрен электр транспорты менән тоташтырыу өҫтөнлөклө йүнәлеш булырға тейеш.