7 декабрь, Шаршамбы

10 май 2012 йыл, 10:42

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов ветерандарҙы Бөйөк Еңеү байрамы менән ҡотланы

автор: Дмитрий Слезин | фото: Олег Яровиков

9 май – Еңеү көнөндә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Ленин майҙанындағы, Якутов һәм Матросов парктарындағы тантаналы сараларҙа булды.

Иван Якутов исемендәге паркта республика Президенты, атап әйткәндә, ретро-автомобилдәр күргәҙмәһен ҡараны, ялан кухняһында булды, ветерандар менән аралашты.

— Ҡәҙерле ветерандар! – тип мөрәжәғәт итте геройҙарға Рөстәм Зәки улы. — Һеҙҙе бөйөк байрам — Еңеү көнө, ғүмерегеҙҙәге иң мөһим көн менән ҡотлағы килә. Күрәм, һеҙ көслө характерлы, матур кәйефле, күтәренке рухлы, ныҡ кешеләрһегеҙ, бик йыш йәштәргә тап ошолар етмәй ҙә инде. Һеҙҙәге был оптимизм оҙаҡ йылдарға етһен, тигән теләктәмен.

Әммә иң мөһиме — сәләмәт булығыҙ, яҡындарығыҙ, балаларығыҙ, ейән-ейәнсәрҙәрегеҙ, хатта бүләләрегеҙ ҡыуандырһын. Быуындар бәйләнеше имен булғанда, Ватаныбыҙ ҙа, илебеҙ ҙә буласаҡ. Беҙ һәр ваҡыт һеҙҙең менән, беҙгә лә иҫәп тота алаһығыҙ. Бөтә эштәребеҙ ҙә килеп сыҡмайҙыр, бәлки. Ҡайһы ваҡыт финанстар етмәй, быныһын да аңлап тораһығыҙ. Әммә ҡайһы ваҡыт ябай аңлау, кешелеклек етмәй. Начальниктар араһында ла ошондай кешеләр бар. Әммә был хәлде төҙәтәсәкбеҙ. Һеҙгә һәр ваҡыт яҡшы булһын өсөн эшләйәсәкбеҙ.

Тағы бер тапҡыр һеҙҙе байрам менән, беҙ һеҙҙе ныҡ хөрмәт итәбеҙ! Һеҙҙе яратабыҙ! Һеҙ беҙгә һәр ваҡыт кәрәк. Уңыштар, һаулыҡ һәм изгелектәр! Ҙур рәхмәт һеҙгә!