Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.54 ↑

EUR 67.68 ↓

29 июнь, Кесе йома

Уфа   °

Өфөлә йәштәр өсөн вакансиялар йәрминкәһе үтәсәк

Йәмғиәт

Өфө статистика, информатика һәм иҫәпләү техникаһы колледжында (Киров урамы, 65) йома, 11 майҙа ҡала вакансиялар йәрминкәһе үтәсәк. Сараны Киров районы хакимиәтенең мәҙәниәт һәм йәштәр эштәре буйынса бүлеге менән берлектә Өфөнөң Йәштәр сәйәсәте буйынса комитеты һәм баш ҡаланың Йәштәр мәшғүллегенә булышлыҡ итеү үҙәге үткәрә.

Төбәктең Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, йәрминкәлә 30-ҙан ашыу предприятие үҙ вакансияларын тәҡдим итәсәк.

Шулай уҡ барлыҡ теләүселәр ҡаланың «ИНДИГО» психологик-медик-социаль оҙатыу үҙәге белгестәрендә һөнәри йүнәлеш буйынса тест үтеп, Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институты студенттарынан юридик консультация ала аласаҡ.

Сара 14 сәғәттә башлана. Белешмәләр өсөн телефон: 279-06-56, 279-06-35.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть