8 декабрь, Кесе йома

10 май 2012 йыл, 9:48

10 майҙан автобустарҙа юл йөрөүгә хаҡ артты

автор: Әлфиә Шәрәфетдинова

10 майҙан транспорт картаһын ҡулланған «Башавтотранс» дәүләт предприятиеһы автобустары пассажирҙары яңы тариф буйынса йөрөйәсәк. Бөгөндән алып элекке 8 һум 40 тин урынына юл йөрөү 12 һумға төшәсәк. Шул уҡ ваҡытта, хаҡ артыуына ҡарамаҫтан, был сумма ҡулаҡса менән түләгәнгә ҡарағанда барыбер кәмерәк. Ә ҡулаҡсаға алынған билет хаҡы үҙгәрешһеҙ ҡалған һәм әүәлгесә 15 һум тәшкил итә.

«Башинформ»дың бығаса хәбәр итеүенсә, Башҡортостан Хөкүмәте күптән түгел дәүләт предприятиеһына ҡулаҡса менән түләгәндә тарифтарҙы 18 һумға һәм карта менән түләгәндә 15 һумға тиклем күтәрергә мөмкинлек биргән ҡарар сығарғайны.