Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.54 ↑

EUR 67.68 ↓

29 июнь, Кесе йома

Уфа   °

«МегаФон» «Полкташҡа шылтыратыу» акцияһын үткәрә

Йәмғиәт

9 майҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары Рәсәйҙең һәм яҡын сит илдәрҙең теләһә ҡайһы төбәгенә бушлай шылтырата аласаҡ – «МегаФон» компанияһы «Полкташҡа шылтыратыу» акцияһы сиктәрендә ветерандарға ошондай бүләк әҙерләгән.

Башҡортостанда был акцияла «МегаФон» компанияһының 47 салоны ҡатнаша, уларҙың 27-һе — Өфөлә, өсәүһе – Стәрлетамаҡта урынлашһа, Салауатҡа, Октябрьскийға, Нефтекамаға, Белоретҡа — икешәр салон, Туймазы, Сибай, Мәләүез, Күмертау, Ишембай, Дүртөйлө, Благовещен, Бөрө һәм Бәләбәйгә берешәр салон тура килә. Бөтөн хеҙмәтләндереү үҙәктәре лә сауҙа-күңел асыу комплекстарында йәки ҡаланың төп урамдарында урынлашҡан.

9 майҙа ветерандар операторҙың салонына килеп, «МегаФон» компанияһы хеҙмәткәрҙәренә Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы танытмаһын күрһәтеп, полкташтарына йәки туғандарына шылтырата, уларҙы Бөйөк Еңеү менән ҡотлай ала. Ветерандарға Рәсәйҙең, БДБ һәм Балтика илдәренең теләһә ҡайһы нөктәһенә шылтыратырға мөмкинлек бирелә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть