8 декабрь, Кесе йома

05 май 2012 йыл, 13:47

Мәләүез районында иген сәсеү тамамланды

автор: Ғәлиә Нәбиева

Мәләүез районы эшсәндәре бөгөн, 5 майҙа, яҙғы иген һәм ҡуҙаҡлы культуралар сәсеүҙе тамамланы, тип хәбәр иттеләр аграр ведомствоның матбуғат хеҙмәтендә. Иген баҫыуҙарына бында 32500 гектар бүленгән. Был-  Башҡортостанда төп культураны сәсеүҙе тамамлаған икенсе район.

Беренсе булып планды Ҡырмыҫҡалы хеҙмәтсәндәре үтәне. 3 майға улар иген культуралары сәсеүҙе осланы. Иген баҫыуҙары был районда 24300 гектарҙы биләй.

Параллель рәүештә ҡайһы бер райондар техник культуралар сәсеүҙе лә тамамлай. Әгәр элегерәк ауыл эшсәндәре шәкәр сөгөлдөрө менән көнбағышҡа иген сәсеүҙән һуң ғына тотонһа, был миҙгелдә бөтә культуралар ҙа бер үк ваҡытта сәселә. Көнбағыш сәсеүҙе Әбйәлил һәм Миәкә райондары атҡарып сыҡҡан. Был райондарҙа ошо техник культураға 1200 га һәм 6000 га ер бирелгән.

Республика буйынса яҙғы сәсеү дөйөм алғанда 1 млн 28 мең гектарҙа (54 процент) үткән, шуларҙан иген һәм ҡуҙаҡлы иген культуралары – 810 мең га майҙанда (67 процент), шәкәр сөгөлдөрө – 24933 гектарҙа (44 процент) һәм көнбағыш 82354 га майҙанда (63 процент) сәселгән.

Ямғырҙар арҡаһында сәсеү темптары һиҙелерлек кәмене. Һуңғы тәүлектә яҙғы сәсеү буйынса күрһәткестәр алдағы көн кимәлендә ҡалды, ә дөйөм үҫеш ни бары 3 процентты тәшкил итте.