10 декабрь, Шәмбе

05 май 2012 йыл, 13:18

9 майҙа Өфөнөң йәмәғәт транспорты оҙайтылған график буйынса эшләй

автор: Әлфиә Шәрәфетдинова

Еңеү көнөндә байрам салютын ҡарарға теләгән Өфө халҡына һәм ҡала ҡунаҡтарына өйгә нисек ҡайтыу тураһында борсолорға кәрәкмәй. 9 майҙа баш ҡаланың йәмәғәт транспорты оҙайтылған график буйынса эшләй. Өфө хакимиәте башлығы урынбаҫары Сынтимер Баязитовтың журналистарға әйтеүенсә, ҙур байрам саралары уҙғарылған урындарҙа пассажирҙар транспорты дежур итәсәк, улар 24.00-гә тиклем тантанала ҡатнашыусыларҙы таратасаҡ.

Шуны ла хәтергә төшөрөргә кәрәктер: 1 майҙан 10-ына тиклем һуғыш ветерандары һәм уларға тиңләштерелгән кешеләр, шулай уҡ уларҙы оҙатып йөрөүселәр трамвай һәм троллейбустарҙа, «Башавтотранс» дәүләт предприятиеһы автобустарында бушлай йөрөй ала.

Байрам салюты йола буйынса Ленин майҙанында 23.00-дә була.