6 декабрь, Шишәмбе

05 май 2012 йыл, 13:02

Башҡортостанда бер генә Советтар Союзы Геройы ҡалған

автор: Евгений Рәхимҡолов

Башҡортостанда бөгөн бер генә Советтар Союзы Геройы иҫән – ул Өфөлә йәшәгән отставкалағы майор Тажетдин Гиләжетдинов. Бындай юғары исемгә заманында 280 яҡташыбыҙ лайыҡ булған. Был турала Өфөләге Конгресс-холда ойошторолған Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарын һәм тыл хеҙмәтсәндәрен етеп килгән Еңеү көнө менән ҡотлау тантанаһында Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов хәбәр итте.  

Ул ҙур үкенесе менән ветерандарҙың кәмегәндән кәмей барыуын билдәләне. Уларҙың күбеһе быйыл яҡты донъянан киткән. Халыҡта «ҡара генерал» булараҡ билдәле, Ян Жижка исемендәге интернациональ партизандар бригадаһының легендар командиры Даян Мурзин, Берлинды алыуҙа ҡаһарманлыҡ күрһәткән данлыҡлы танкист, Советтар Союзы Геройы Александр Пикунов та улар иҫәбендә.

Башҡортостандағы һуңғы Советтар Союзы Геройы Тажетдин Гиләжетдинов һаулығы ҡаҡшауы арҡаһында ветерандарҙы тәбрикләү тантанаһына килә алманы.  Рөстәм Хәмитов уға тиҙерәк һауығыуын теләне.

— Бөгөн, тиҫтәләгән йылдарҙан һуң, беҙ һәр яҡташыбыҙҙың батырлығы тураһында беләбеҙ, — тине ул, ветерандарға мөрәжәғәт итеп. — Башҡортостандың эҙәрмәндәр отрядтары әле һаман яу яландарында һалдат медальондары таба. Беҙ уларҙың хужаларын, фашистар тотҡонлоғонда язалап үлтерелгән яугирҙарҙы хөрмәтләп иҫкә алабыҙ. Геройҙар исеме беҙҙең йөрәктәрҙә мәңге һаҡланыр.