8 декабрь, Кесе йома

05 май 2012 йыл, 12:42

Республика юлдарында йөк машиналары хәрәкәтен сикләү 6 майҙа ғәмәлдән сыға

автор: Әлфиә Шәрәфетдинова

Әлеге шәмбе, 5 май, йөк машиналарына республика әһәмиәтендәге трассаларҙа йөрөргә ярамаған һуңғы көн буласаҡ. Яҙғы юл өҙөклөгө осоронда, юл япмаһын һаҡлап ҡалыу маҡсатында, күсәренә төшкән ауырлығы билдәләнгән норманан артҡан автомобилдәргә дөйөм файҙаланыуҙағы ҡаты япмалы юлдарҙан йөрөүҙө сикләү бер ай элек – 6 апрелдә ғәмәлгә индерелгәйне.

«Башинформ»дың әүәлерәк хәбәр итеүенсә, федераль трассаларҙа бындай сикләү – 30 апрелдә, ә Өфө юлдарында 25 апрелдә бөтөрөлдө.

темалар: юл хужалығы