8 декабрь, Кесе йома

05 май 2012 йыл, 12:16

6 майҙа Өфөлә оло «йәшел» байрам үткәрелә

автор: Галина Бахшиева

Баш ҡала хакимиәте һәм Башҡортостан Президенты Хакимиәте ярҙамында, «Йәшел Өфө» эко-проекты сиктәрендә быйыл яҙ 10 мең ағас ултыртыу планлаштырыла.

Шулай итеп, иртәгә, 6 майҙа, ҡаланың Ҡашҡаҙан паркында 120 үҫенте — 70 ағас һәм 50 ҡыуаҡ ултыртыу күҙаллана.

«Йәшел Өфө» проекты инициаторҙары — NOVA үҙәгенең «Һин — автор» тренинг программаһын үткән кешеләрҙең әйтеүенсә, был акцияның маҡсаты баш ҡала урамдарын йәшелләндереү менән генә сикләнмәй. Иң мөһиме — Өфө халҡына экологик тәрбиә биреү, кешенең тирә-яҡ мөхиткә һәм дөйөм алғанда бөтә тормошҡа экологик күҙлектән ҡарарға өйрәнеүен пропагандалау.

Экология акцияһынан тыш, 6 майҙа «Ҡашҡаҙан» паркында Өфөнө йәшеләндереү хөрмәтенә экология темаһына арналған яҙ байрамы ойошторола, теләге булғандарҙың барыһы ла байрамға саҡырыла.

Сара ҡунаҡтарын ағас ултыртыу, ҙур концерт программаһы, шул иҫәптән һәр төрлө конкурстар, тамашасылар менән ҡыҙыҡлы уйындар, бейеүҙәр, балалар аниматорының, шулай уҡ цирк артистарының, бит-боксерҙар һәм гимнасткаларҙың сығышы көтә.

«Йәшел» байрам иртәнге 11-ҙә башлана.