4 декабрь, Йәкшәмбе

05 май 2012 йыл, 11:59

Башҡортостан «Төбәктәр – тотороҡло үҫеш» конкурсында еңгән субъекттар иҫәбенә инде

автор: Әлфиә Шәрәфетдинова

Башҡортостан 2011 йыл йомғаҡтары буйынса «Төбәктәр – тотороҡло үҫеш» йәмәғәт премияһына дәғүә итеүгә конкурста еңгән Рәсәй субъекттары иҫәбенә инде. РФ Хөкүмәте ҡушыуы буйынса иҡтисадтың инфраструктура секторындағы мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн дәүләттең, бизнестың һәм йәмәғәт вәкилдәренең тырышлығын туплау маҡсатында үткәрелгән федераль конкурстың һөҙөмтәләрен Рәсәй Сәнәғәтселәр һәм эшҡыуарҙар союзы тәҡдим итте.

Еңеүселәр исемлегенә йәмғеһе 15 Рәсәй субъекты компанияларының 26 инвестиция проекты ингән. Уларҙы финанслауға дөйөм алғанда 13 млрд һумдан ашыу сумма талап ителә.

Йомғаҡ яһау сиктәрендә конкурсты ойоштороу комитеты менән еңеүсе субъекттарҙың власть органдары араһында Меморандумдарға ҡул ҡуйыу тантанаһы үтте. Башҡортостан исеменән унда республиканың иҡтисади үҫеш министры Евгений Маврин ҡатнашты.