05 май 2012 йыл, 11:43
Өфөлә үткән санитар йомала 26 мең кеше ҡатнашты
автор: Галина Бахшиева
Биләмәләрҙе таҙартыу һәм төҙөкләндереү буйынса эко-айлыҡ сиктәрендә ойошторолған санитар йомала кисә Өфөлә 2800 кубометр сүп-сар йыйылған.
«Башинформ» агентлығына Өфө Коммуналь хужалыҡ һәм төҙөкләндереү идаралығының производство-техник бүлеге белгесе Игорь Аристов хәбәр итеүенсә, май айындағы беренсе санитар йомала 26 мең кеше ҡатнашҡан. 780 квадрат метр юл ремонтланған.
Игорь Аристов әйтеүенсә, территорияларҙы таҙартыу эштәренә 560-тан ашыу махсус техника берәмеге йәлеп ителгән. Ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары полигонына 220-нән ашыу рейс яһалған.
Өфө биләмәһен таҙартыу һәм төҙөкләндереү айлығы 21 майға тиклем дауам итә. 19 майҙа Башҡортостандың баш ҡалаһында яҙғы өсөнсө — һуңғы дөйөм ҡала өмәһе үткәреү планлаштырыла.


