Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.27 ↓

EUR 67.35 ↑

19 октябрь, Кесе йома

Уфа   °

Бөтә Рәсәй акцияһы сиктәрендә Башҡортостанда 40000 ағас ултыртылған

Йәмғиәт

Бөгөнгө көндә Башҡортостанда «Үҙ ағасыңды ултырт» бөтә Рәсәй акцияһы сиктәрендә 40 меңләп ағас ултыртылған. БР Урман хужалығы министрлығы ҡарамағындағы урман хужалыҡтары һәм дәүләт унитар предприятиеларынан тыш,  был сарала урындағы халыҡ, шул иҫәптән студенттар һәм мәктәп уҡыусылары ла әүҙем ҡатнаша.

Министрлыҡтың матбуғат-секретары Айбулат Ғәйнуллин хәбәр итеүенсә, әлеге мәлдә ағас ултыртыу акцияһында 1300-ҙән ашыу кеше ҡатнашҡан.  

Үҙ райондарын төҙөкләндереүгә Баймаҡ, Ишембай, Туймазы, Бәләбәй, Әлшәй һәм Борай районы халҡы иң ҙур өлөш индергән. Миҫал өсөн, «Борай урманы» дәүләт унитар предприятиеһы муниципаль учреждениелар биләмәһен йәшелләндереү өсөн 3000 үҫенте бүлгән. Ә баш ҡаланың Башҡортостан урмансылары паркында ҡайын, дардар, миләш һәм ылыҫлы ағастар – йәмғеһе 260 йәш ағас ултыртылған.

Акцияның асылы — тыуған төйәктең урмандарын тергеҙеүгә урындағы халыҡты һәм ойошмаларҙы йәлеп итеү, шулай уҡ илһөйәрлек хистәре һәм тәбиғәт ресурстарына һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть