3 декабрь, Шәмбе

05 май 2012 йыл, 9:54

Рөстәм Хәмитов ветерандарҙы Еңеү көнө менән ҡотланы [видео]

автор: Евгений Рәхимҡолов | фото: Олег Яровиков

Фашизмды еңеүҙең сираттағы йыллығы алдынан Өфөләге Конгресс-холда Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарын һәм тыл хеҙмәтсәндәрен тәбрикләнеләр. Тантанала Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов ҡатнашты. Киләһе быуындар өсөн Ватаныбыҙҙы һаҡлап алып ҡалған ветерандарҙы ҡотлап, республика башлығы беҙҙең күп милләтле халҡыбыҙ өсөн Еңеү көнөн дә әһәмиәтлерәк, бөйөгөрәк дата булмауын билдәләне.

— Еңеү көнө бөтә донъяға нацизмдың төп һөжүмен халҡыбыҙҙың үҙенә алыуы һәм уға бирешмәүе тураһында һөйләй, — тине Рөстәм Хәмитов. — Тап беҙҙең армия, үлемһеҙ батырлыҡ күрһәтеп, дошманға емергес һөжүм яһаны, Икенсе донъя һуғышының нисек бөтөрөн алдан билдәләп, бығаса еңелеү белмәгән фашистар армадаһын тар-мар итте. Был байрам менән беҙ тәү сиратта, ҡәҙерле, хөрмәтле ветерандар, һеҙҙе, 1945 йылда атай йортона еңеү алып ҡайтҡан, илебеҙҙе, донъялағы башҡа бик күп дәүләттәрҙе – емерелеүҙән, тотош халыҡтарҙы юҡҡа сығыуҙан ҡотҡарғандарҙы ҡотлайбыҙ.

Башҡортостан, Рөстәм Хәмитов әйтеүенсә, «сал быуаттарҙан» тыуған Ватанын ҡаһармандарса яҡлаған батырҙар төбәге булараҡ билдәле. Республикала йәшәгән һәр кеше тиерлек яҡташтарының батырлыҡ өлгөләрен, 1812 йылғы Ватан һуғышы геройы Ҡаһым Мырҙашевтың, данлыҡлы осоусы-фронтовик, ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәевтың исемен, Александр Матросовтың үлемһеҙ батырлығын белә.

— Башҡортостан халҡы бөтә ил менән бергә бөтә фронттарҙа, бөтөн алыштарҙа тиңдәшһеҙ ҡаһарманлыҡ күрһәтте, завод-фабрикаларҙа, төҙөлөштәрҙә, медсанбаттарҙа һәм госпиталдәрҙә фиҙаҡәр хеҙмәте менән еңеүҙе яҡынайтты, — тине республика Президенты. — Ул ҡан ҡойошло һуғыш тураһында Ватаныбыҙҙың үҙ дөрөҫлөгө бар. Һәм был хәҡиҡәт беҙҙең өсөн – бәхәсһеҙ ысынбарлыҡ. Совет һалдаттары, матростары һәм командирҙары батырлығының бөйөклөгөн боҙоп та, кесерәйтеп тә, ҡайтанан яҙып та булмай. Тиҫтәләгән йылдарҙан һәм быуаттарҙан һуң да киләсәк быуындар беҙҙең бөйөк тарихыбыҙҙы, 1945 йылғы Еңеүҙе хәтерендә һаҡлаясаҡ һәм хөрмәтләп иҫкә аласаҡ, тип ышанам.

Рөстәм Хәмитов йәнә Башҡортостанда тарихи ғәҙеллекте тергеҙеү – 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры Миңлеғәле Шайморатовҡа Рәсәй Федерацияһы Геройы исемен биреү өсөн киң күләмле эштәр йәйелдерелеүен билдәләне.  

— Герой исемен ошо рәүешле мәңгеләштереү, үҙ ваҡытында 78 һалдат һәм офицеры Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ булған легендар дивизияның командиры, халыҡ генералының батырлығына хөрмәт белдерергә теләгән Башҡортостан халҡы менән килешмәү мөмкин түгел, — тип иҫәпләй Рөстәм Хәмитов.

Ветерандар менән аралашып, Башҡортостан Президенты уларға республиканың иҡтисади тормошондағы һуңғы ҡаҙаныштары тураһында һөйләне һәм оло быуын вәкилдәренең төбәк етәкселегенә күрһәткән ярҙамы өсөн рәхмәт белдерҙе. Әле ил һәм республика еңел булмаған осорҙа йәшәһә лә, әлеге ветерандарға, Рөстәм Хәмитов әйтеүенсә, тағы ла ауырыраҡ булған. Әйтергә кәрәк, бер һуғыш йылдарында ғына түгел, 1950-се, 1960-сы, 1970-се йылдарҙа ла. Ул ваҡытта, ресурстар, аҡса, төҙөлөш материалдары етмәгән осорҙа, ошо кешеләр илде аяҡҡа баҫтырған, тотош ҡалалар күтәргән, эре предприятиелар төҙөгән.

Рөстәм Хәмитовтың ҡотлау һүҙенән һуң ветерандарҙы тәбрикләү тантанаһын сәнғәт оҫталарының концерты дауам итте, байрам ҡунаҡтарына башҡаларҙың ҡотлауҙары еткерелде.