4 декабрь, Йәкшәмбе

04 май 2012 йыл, 17:00

Иглин районы аграрийҙары республикала беренсе булып көнбағыш сәсеүҙе тамамланы

автор: Ғәлиә Нәбиева

Иглин районы игенселәре бөгөн, 4 майҙа, республикала тәүгеләрҙән булып көнбағыш сәсеүҙе тамамланы. Иглин баҫыуҙарында был техник культура 700 гектарҙы биләй, тип хәбәр иттеләр БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.

Төбәктә йәмғеһе 73681 гектарҙа көнбағыш сәселгән, пландың был 57 процентын тәшкил итә. Майлы культураны 32 райондағы ауыл хужалығы предприятиелары эшкәртә.

Башҡортостанда яҙғы сәсеү дауам итә. Ул планлаштырылған майҙандарҙың яртыһында үткәрелгән — 972000 га. Иген һәм ҡуҙаҡлы культуралар әле 777000 гектарҙы биләй. Планға ҡарата был 64 процент, шәкәр сөгөлдөрө 23509 га майҙанда (41 процент) сәселгән.

Ямғырҙар арҡаһында күп райондарҙа сәсеү темптары бер аҙ һүлпәнәйҙе. Һуңғы тәүлектә яҙғы сәсеү күрһәткесе дүрт процентҡа артты. Урал аръяғының дүрт районында – Бөрйәндә, Ейәнсурала, Йылайыр һәм Хәйбуллала күрһәткестәр үҙгәрешһеҙ ҡалған.