7 декабрь, Шаршамбы

04 май 2012 йыл, 16:25

Рөстәм Хәмитов Рәсәй Федерацияһының дәүләт наградаларын тапшырҙы

автор: Эльмира Сабирова | фото: Олег Яровиков

Башҡортостан Хөкүмәтендә Рәсәй Федерацияһының дәүләт наградаларын тапшырыу тантанаһы үтте. Бүләкләнеүселәр исемлегендә республика һәм ил үҫешенә үҙ өлөшөн индергән 28 кеше. Улар иҫәбендә кешеләрҙе ҡотҡарғанда фиҙаҡәрлек һәм батырлыҡ күрһәткәндәр ҙә бар. Миҙалдар һәм маҡтаулы исемдәр бирелеүе тураһындағы таныҡлыҡтарҙы республика Президенты Рөстәм Хәмитов тапшырҙы.

Республика башлығы бөгөн Башҡортостандың ғорурлығы булған кешеләрҙең тәбрикләнеүен билдәләне.

— Бүләкләнеүселәр араһында был юғары наградаларға, исемдәргә үҙенең хеҙмәте арҡаһында лайыҡ булған эш кешеләре. Һеҙҙең ғәҙел, фиҙаҡәр хеҙмәтегеҙ башҡаларға өлгө булып тора һәм йәмғиәт өсөн бик кәрәк, — тип билдәләне Президент. — Бөгөн төрлө сәбәптәр арҡаһында башҡа төрлө ҡиммәттәр: байығыу, бизнес өҫтөнлөк итә, ә хеҙмәт кешеһе икенсе планда ҡала.

Ләкин, Рөстәм Хәмитов билдәләүенсә, был — ваҡытлыса күренеш.

— Хеҙмәткә бәйле ысын ҡиммәттәрҙең йәмғиәтебеҙгә кире ҡайтарылырына бер ҙә шикләнмәйем, — тип өҫтәне Президент.

«Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған табибы» кеүек юғары исемгә Күмертауҙың Үҙәк ҡала дауаханаһында 23 йыл травматолог булып эшләгән Владимир Войткевич лайыҡ булған.

— Профессиональ эшмәкәрлегемде дәүләттең шулай юғары баһалауы менән ныҡ ғорурланам һәм бәхетлемен. Беҙ — табиптар ғаиләһе, ҡатыным табип-стоматолог. Бер ҡасан да ошо һөнәрҙе һайлағаныбыҙға үкенмәнек. Уның ҡатмарлы булыуына, бөтөн ваҡытыбыҙҙы эштә үткәреүебеҙгә ҡарамаҫтан, һәр ваҡыт медицинаға тоғро ҡалдыҡ. Мин дауахана коллективына һәм минең альма-матер – Башҡорт дәүләт медицина университетына рәхмәтлемен.

Рәсәй фәндәр академияһы ағза-корреспонденты, Рәсәй фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Геология институты директоры Виктор Пучков бөгөн Президент ҡулынан I дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орден миҙалын алды.

— Был награда – минең генә түгел, иң ауыр 90-сы йылдар башынан алып үҙем етәкселек иткән бөтә Институттың ҡаҙаныштарын таныу ул, — тине Виктор Пучков.

Ошондай уҡ миҙалдар Рәсәй Фәндәр академияһы Учреждениеһы — Рәсәй Фәндәр академияһының Нефть химияһы һәм катализ институты директоры Усеин Джемилевҡа, Өфө агрегат производство берекмәһенең коммерция директоры Сергей Баженовҡа, 18-се олимпия резервындағы махсус балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбенең спорт буйынса инструкторы Вадим Боровикҡа, Башҡортостан Республикаһы Юғары спорт оҫталығы әҙерләү үҙәге тренер-уҡытыусыһы Валентина Ивановаға һәм башҡаларға тапшырылды.

Дуҫлыҡ Орденын пинжәк ҡайтармаһына БР Юғары суды рәйесе урынбаҫары  Рафат Юлдашев таҡты.

«Намыҫлы хеҙмәте өсөн» XXX йыл отличие билдәһе менән БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе ярҙамсыһы Наил Фәррәхов наградланды.

«Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» исемдәре яҙыусы, БР һәм РФ-тың Яҙыусылар союзы идараһы ағзаһы Наил Ғәйетбаевҡа, яҙыусы, БР Яҙыусылар союзы идараһы ағзаһы Камил Йыһаншинға бирелде, ә күренекле рәссам, график, «Рәсәй Рәссамдар союзы» төбәк бүлексәһе ағзаһы Виктор Суздальцев «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған рәссамы» исеменә лайыҡ булды.

— Был наградалар һеҙ башҡарған эштәр өсөн лайыҡлы бүләк һәм тағы ла әүҙемерәк, йылдамыраҡ эшләүгә этәргес булыр, тип ышанам, — тине Рөстәм Хәмитов.

Бөгөн ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе бөтөрөү барышында, фажиғәгә тарығандарҙы ҡотҡарғанда батырлыҡ, ҡаһарманлыҡ күрһәткән кешеләр ҙә тәбрикләнде.

— Был кешеләргә лә беҙ ихтирам күрһәтәбеҙ, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Президент. — Сөнки сәләмәтлеген, ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуйып, улар йәмғиәт осраған ауырлыҡтарҙы бөтөрә алды.

«Һәләкәткә осраусыларҙы ҡотҡарған өсөн» миҙалын Рөстәм Хәмитов Стәрлетамаҡтан Наил һәм Әсимә Мусиндарға тапшырҙы. Улдары Линар миҙал менән үлгәндән һуң наградланған.

— Фажиғә ике йыл элек — 2010 йылғы эҫе йәйҙә булды, — тип һөйләй егеттең ата-әсәһе. – Линар менән курсташтары, Стәрлетамаҡ станоктар эшләү техникумы студенттары, бөтә имтихандарҙы ла тапшырып, Ағиҙел буйында ял итергә ҡарар итә. Хәлдәрҙең артабан нисек булғанын берәү ҙә хәҙер аныҡ ҡына хәтерләмәй. Линар батып барған күрше ҡыҙҙы күрә, уйлап та тормай, ярҙамға ташлана. Уны ҡотҡара, ә үҙе һәләк була. Ул бер ваҡытта ла битараф ҡала белмәне һәм беҙгә һәр ваҡыт: «Һеҙ минең менән ғорурланырһығыҙ әле», — тиер ине. Уға ни бары 17 йәш ине, — тип хәтерләй ата-әсәһе.

Ошондай уҡ миҙалдарҙы Чернобыль АЭС-ындағы авария эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашҡан Александр Апкаликов, Ҡәҙим Әхкәмов, Фәнил Ғәҙелшин һәм башҡалар алды.

— Был ҡаһарманлыҡ түгел, ғәҙәти эш булды. Беҙҙе, белгестәрҙе, Чернобыль атом станцияһы белгестәренә ярҙамға ебәрҙеләр, — тип хәтерләй Ҡәҙим Әхкәмов.

Тантана һуңында Рөстәм Хәмитов барыһын да Еңеү көнө менән ҡотланы.

— Сәйәси ҡараштарына, кешенең ҡайҙа эшләүенә, кем булыуына ҡарамаҫтан, был көн илебеҙ, халҡыбыҙ өсөн айырыуса мөһим, һис шикһеҙ, уны һәр беребеҙ айырыуса әһәмиәтле, ҡиммәтле көн булараҡ, дәүләтебеҙҙең тарихын дауам итеүсе кешеләр тураһындағы хәтер булараҡ билдәләй.