5 декабрь, Дүшәмбе

04 май 2012 йыл, 15:04

Моторҙар эшләү берекмәһе ветерандарын «Ялан кухняһы» көтә

автор: Любовь Колоколова

4-5 майҙа «Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе» асыҡ акционерҙар йәмғиәте асыҡ һауала йолаға әйләнгән «Ялан кухняһы» акцияһын үткәрә. Производство майҙансыҡтарында завод хеҙмәткәрҙәре һалдат бутҡаһын тәмләй, һуғыш йылдары йырҙарын тыңлай һәм сәхнәләштерелгән окоп фонында фотоға төшә аласаҡ. Предприятиеға инсталляция өсөн махсус рәүештә «Максим» пулеметы килтереләсәк.

Акцияның икенсе көнө берекмә ветерандары – Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар һәм тыл хеҙмәтсәндәре ҡатнашлығында үтәсәк. Заводта уларҙы байрам концерты һәм «Өфө моторҙар эшләү берекмәһе» мәҙәниәт һарайының тынлы оркестры башҡарыуындағы һуғыш йылдары көйҙәре көтә.  

«Ялан кухняһы» акцияһы берекмәлә өсөнсө тапҡыр ойошторола, тип хәбәр иттеләр берекмәнең корпоратив коммуникациялар идаралығынан.