9 декабрь, Йома

04 май 2012 йыл, 14:24

БР Ауыл хужалығы министрлығы: «Ураҡ эштәре ғәҙәттәгенән иртәрәк башланасаҡ»

автор: Ғәлиә Нәбиева

— Яҙғы баҫыу эштәре башланғандан алып һауа шарттары уңай торҙо, — тип иҫәпләй БР Ауыл хужалығы министрлығының үҫемлекселектең прогрессив технологиялары һәм мелиорация бүлеге начальнигы Артур Ноғоманов. – Мәҫәлән, ыңғай температура туплау нормаһы дүрт тапҡырға артып китте.

Йылы апрель үҫемлектәрҙең вегетацияһында ла сағылды. Төбәктең ауыл хужалығы министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, бөгөн күп йыллыҡ үләндәр һәм ужым культуралары яҡшы үҫеш алған, яҙын сәселгән иген һәм ҡуҙаҡлы культуралар ҙа һәйбәт шытым бирә башлаған.

Иртә сәсеү — ураҡҡа иртә төшөү ул.

— Ауыл эшсәндәре сәсеү эштәренә ике аҙна алдан сыға алды. Мәҫәлән, яҙғы культуралар —  ике аҙна алдан, техник культуралар өс аҙна алдан сәселә башланы, — тип билдәләне Артур Ноғоманов. — Ужым игенен урып йыйыу эштәренең ғәҙәттәгенән иртәрәк – июль урталарында башланыры, ә техник культураларҙың сентябрь башына өлгөрөп етере бөгөндән билдәле.

Уның һүҙҙәренсә, интенсив баҫыу эштәре барышында көндәр йылы торған, әле ямғырҙар ҙа бик ваҡытлы башланған. Метеорологтар күҙаллауынса, майҙың йылы һәм ямғырлы булыуы көтөлә, был иһә үҫемлектәрҙең күтәрелеп китеүенә бик ҡулай. Июнь-июлдәге температура күп йыллыҡ күрһәткестәр кимәлендә буласаҡ.