5 декабрь, Дүшәмбе

04 май 2012 йыл, 13:31

Талпандан 2500-ҙән ашыу кеше зыян күргән

автор: Ғәлиә Нәбиева

Башҡортостандың дауалау-профилактика учреждениеларына талпандан тешләнгән 2649 кеше мөрәжәғәт иткән, тип хәбәр иттеләр Роспотребнадзорҙың республика идаралығында. Шуларҙың 27 проценты – балалар. Былтыр был датаға ҡарата Башҡортостандың ни бары 603 кешеһе талпандан тешләнгәндән һуң ярҙам һорап мөрәжәғәт иткән булған. Төбәктә вируслы талпан энцефалиты менән ауырыусылар теркәлмәгән.

Эпидемиологтар талпандар әүҙемләшеүен яҙҙың иртә һәм йылы килеүе менән бәйләй. Ғәҙәттә, талпандар күберәк май-июндә һөжүм итә.

Мөрәжәғәт иткән кешеләрҙең 22 проценты, шул иҫәптән балаларҙың 54 проценты тейешле иммуноглобулин вакцинаһы алған.

Ағымдағы йылдың 1 апреленән Башҡортостандағы Гигиена һәм эпидемилогия үҙәге лабораторияһы 1295 талпанды тикшергән, уларҙың 72-һендә энцефалит вирусы табылған.