10 декабрь, Шәмбе

04 май 2012 йыл, 12:59

16 майҙа бөтә Рәсәй ИТ-конференцияһы үткәрелә

автор: Әлфиә Шәрәфетдинова

Өфөлә 16 майҙа «Дәүләт һәм муниципаль идара итеүҙә мәғлүмәт технологияларын файҙаланыуҙың һөҙөмтәлелеген күтәреү» Бөтә Рәсәй ғилми-ғәмәли конференцияһы үткәрелә. Уның ойоштороусылары иҫәбендә БР Элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығы, БР Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы, Өфө дәүләт авиация техник университеты бар.

— Дәүләт һәм муниципаль идара итеүҙә мәғлүмәт-техник тәьминәтенең хәҙерге торошо, фән ҡаҙаныштары, мәғлүмәт системаларын ҡулланылышҡа индереүҙәге проблемалар, мәғлүмәт-коммуникация хеҙмәттәре баҙарының мөмкинлектәре тураһында актуаль мәғлүмәт биреү — конференцияның төп маҡсаты, — тип хәбәр иттеләр БР Элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.

«Электрон хөкүмәт»те үҫтереү кеүек көнүҙәк мәсьәлә буйынса 40-тан ашыу доклад тыңланасаҡ теоретик өлөштән тыш , конференцияла ҡатнашыусылар практикала прогрессив технологиялар, продукция, махсус проекттар менән таныштырасаҡ.  

Өҫтәмә мәғлүмәтте 8(347) 273-57-76 телефоны һәм sofiami@yandex.ru электрон почтаһы аша алырға мөмкин.