8 декабрь, Кесе йома

04 май 2012 йыл, 12:06

6 майҙа Өфөлә ҡайһы бер урамдарҙа транспорт хәрәкәте ябыла

автор: Әлфиә Шәрәфетдинова

6 майҙа Өфөлә Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең сираттағы йыллығына арналған еңел атлетика эстафетаһы үткәрелеүе арҡаһында транспорт хәрәкәте ябыла. Ҡала хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлегенән хәбәр итеүҙәренсә, 10.00-дән 14.00-гә тиклем ярыштар үткәреү урындарында йөрөү тыйыла. Эстафета старты һәм финишы – «Динамо» стадионында. Йүгереүҙә ҡатнашыусыларҙың маршруты Зәки Вәлиди, Ғафури, Пушкин, Совет урамдарынан үтә.

темалар: еңеү көнө