5 декабрь, Дүшәмбе

04 май 2012 йыл, 11:54

Йыл башынан алып Өфө янындағы йорттар һәм коттедждарға 18 процентҡа хаҡ артты

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Өфө янындағы йорттар һәм коттедждарға уртаса хаҡ квадрат метрына 29230 һумды тәшкил итә. Йыл башынан алып ул 18 процентҡа күтәрелгән. Һатыуға ҡуйылған бөтә йорттар буйынса тәҡдимдәрҙе ҡарап, иң арзан йорттоң — 170 меңгә (баҡсасылыҡ ширҡәттәрендәге дачалар), иң ҡыйбаты 35 миллионға (евроремонт эшләнгән коттедж) һатылыуы билдәләнде.

Күсемһеҙ милек агентлыҡтарының береһенең мәғлүмәттәренә ярашлы, ер участкаһына уртаса хаҡ бер сутыйына 36760 һумға тиң. Участкалар хаҡы төрлөсә: 35 меңгә лә, 15 миллион һумға ла тәҡдим ителгәндәре бар.

Белгестәр билдәләүенсә, йәйгә табан Өфө халҡының ҡала яны объекттарына ҡыҙыҡһыныуы арта. Йорттар һәм участкаларҙы улар башлыса ҡаланан ситтә ял итеү өсөн ала. Шуға күрә ҡала халҡы күберәк күсемһеҙ милектең осһоҙыраҡ хаҡҡа тәҡдим ителгәндәрен эҙләй.