8 декабрь, Кесе йома

04 май 2012 йыл, 10:22

2012 йылда Өфөлә 47 күп фатирлы йортта капремонт үткәреү планлаштырыла

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Адреслы программа сиктәрендә быйыл Өфөлә 47 күп фатирлы йортта капиталь ремонт үткәреү ҡаралған. Былтыр 39 торлаҡ йорт ремонтланған.

Өфө хакимиәте башлығы урынбаҫары Альбина Йосопова әйтеүенсә, бөтә төр финанслау сығанаҡтары иҫәбенә йыл башынан алып торлаҡ фондында 52,3 млн һум суммаға капиталь ремонт эштәре башҡарылған. Был күрһәткес былтырғы ошо уҡ осорға ҡарата 11,3 процентҡа артҡан. Торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүҙәр йыйыу 93 процентты тәшкил иткән.

— Коммуналь комплекс предприятиелары менән өс айҙа 3,5 миллиард һум күләмендә хеҙмәттәр күрһәтелгән, 2011 йылдың ғинуар-мартына ҡарата был 102,2 процентты тәшкил итә, — тип билдәләне Альбина Йосопова. — Йыл башынан алып  27,7 миллион кубометр һыу бирелгән. 4,5 миллион Гигакалорий йылылыҡ энергияһы һатылған, халыҡҡа 120,8 миллион кубометр газ бирелгән. Шулай уҡ 887 фатирға газ үткәрелгән.