8 декабрь, Кесе йома

04 май 2012 йыл, 10:45

Яңы эш башлаған эшҡыуарҙар өсөн Өфөлә бушлай курстар ойошторола

автор: Галина Бахшиева

Өфөнөң Халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәге ҡаланың бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм уға ярҙам итеү фонды менән берлектә бушлай «Эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеге нигеҙҙәре» тип аталған курс-консультациялар ойоштора.

Дәрестәр 14 майҙан 25-енә тиклем үткәрелә.

Курс-консультацияларға Өфө, Ибраһимов бульвары, 47/1, 26-сы кабинет адресы буйынса йәки 8(347) 251-51-83 телефоны аша баш ҡаланың мәшғүллек хеҙмәтендә яҙылырға кәрәк.

темалар: эшҡыуарлыҡ