6 декабрь, Шишәмбе

04 май 2012 йыл, 9:29

Башҡортостандан 30 бала Бөтә Рәсәй мәктәп уҡыусылары олимпиадаһында ҙур һөҙөмтәләргә өлгәште

автор: Эльмира Сабирова

Бөтә Рәсәй мәктәп уҡыусылары олимпиадаһының йомғаҡлау этабында Башҡортостандан 85 бала ҡатнашты – олимпиадалар 21 предмет буйынса үтте. Шуларҙың һигеҙе еңеүсе, 22-һе призер исеменә лайыҡ булды, улар барыһы ла 9-11 класс уҡыусылары.

Еңеүселәр иҫәбендә Шаран районы Мичурин ауылынан туғыҙынсы класс уҡыусыһы Анастасия Аҡбулатова ла бар. Ул бер юл ике олимпиадала еңеп, химия һәм экология буйынса иң көслөһө тип танылды. Стәрлетамаҡтан тиҫтерҙәре — 1-се гимназиянан Дарья Барсукова – йәмғиәтте өйрәнеү фән буйынса, ә 3-сө лицейҙан Артур Фәттәхов технология буйынса олимпиадала еңде. Унынсы класс уҡыусылары – Салауат ҡалаһының 1-се лицейынан Альберт Шәйхетдинов – астрономия, Өфөнөң 18-се урта мәктәбенән Ғәлиә Ғайсина — экология буйынса, Нефтекаманың 1-се гимназияһынан Айнур Мәҡсүтов биология буйынса иң көслөһө тип танылды. Өфөнөң 114-се урта мәктәбенән Андрей Уткин химия буйынса олимпиадала еңеү яуланы.

Уларҙан башҡа тағы 22 уҡыусы призерҙар исемлегенә инде. Стәрлетамаҡтың 1-се гимназияһынан ун беренсе класс уҡыусылары Альбина Мағизова менән Лиана Фәйезова, шулай уҡ Өфөнөң 39-сы гимназияһынан Артем Рыжов менән Салауаттың 1-се гимназияһынан туғыҙынсы класс уҡыусыһы Алена Киселева йәмғиәтте өйрәнеү фәне буйынса олимпиадала призерҙар исемен алды.

Тағы дүрт уҡыусы — Белореттың 17-се гимназияһынан Екатерина Балашова, Архангел районы Архангел ауылының 1-се урта мәктәбенән Вадим Ғизетдинов, Стәрлетамаҡтың 3-сө Башҡорт лицейы-интернаты уҡыусыһы Илдар Сакаев хоҡуҡ буйынса олимпиадала призер булды. Улар барыһы ла 11 класта уҡый. Почетлы призерҙар исемлегендә Нефтекаманың 1-се гимназияһынан 10 класс уҡыусыһы Вадим Исхаҡов та бар.

Йәшәү эшмәкәрлеге хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре буйынса олимпиадаһында ла иң күп призлы урындар Башҡортостан уҡыусыларында. Бында туғыҙынсы класс уҡыусылары — Миәкә районының Оло Кәркәле ауылынан Әлмир Иркәбаев, Ауырғазы районының Кәбәс ауылынан Фируз Мөлөков, Өфөнөң 39-сы гимназияһынан Даниил Осадчев һәм Шаран районы Шаран ауылының 1-се урта мәктәбенән Валерий Шәмиғолов бар.

Экология һәм география буйынса олимпиадала ике призер билдәләнде: Октябрьский ҡалаһының 2-се гимназияһынан  Владислав Чипига һәм Туймазы районы Серафимовский ауылының 1-се урта мәктәбенән Сабина Ибраһимова, шулай уҡ Нефтекаманың 1-се лицейынан Максим Щенин менән Өфөнөң 83-сө лицейынан Александр Улановский.

Бүләкләнеүселәр араһында баш ҡаланың 121-се гимназияһынан Евгений Малинин да бар, ул биология буйынса олимпиадала яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтте.

Әҙәбиәт буйынса — Стәрлетамаҡтың 1-се гимназияһынан ун беренсе класс уҡыусыһы Алһыу Салауатова, информатика буйынса – Өфөнөң 16-сы мәктәбенән унынсы касс уҡыусыһы Артур Хашаев, инглиз теле буйынса — Стәрлетамаҡтың 1-се гимназияһынан унынсы класс уҡыусыһы Маргарита Тишина, физика буйынса – Өфөнөң 93-сө гимназияһынан туғыҙынсы класс уҡыусыһы Анатолий Гришин призер булды.

Һәләтле уҡыусыларҙы тәбрикләү тантанаһы Өфөлә майҙың икенсе яртыһында үтәсәк.

темалар: олимпиада