10 декабрь, Шәмбе

03 май 2012 йыл, 16:50

Өфөлә Белорет көнө үткәрелә

автор: Әлим Фәйезов

Кисә Өфөнөң «Нефтсе» мәҙәниәт һарайында ҡаланың нигеҙ һалыныуына 250 йыл тулыуын байрам итеү сиктәрендә Өфөлә Белорет көнөн үткәреүгә арналған эш кәңәшмәһе үтте. Унда Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министры урынбаҫары Ранис Алтынбаев, Белорет районы хакимиәтенең һәм Белорет ҡалаһы предприятиеларының вәкилдәре, «Нефтсе» мәҙәниәт һарайы хеҙмәткәрҙәре, Өфөләге Белорет яҡташтар берлеге вәкилдәре ҡатнашты. Кәңәшмә барышында 28 майҙа үткәреләсәк байрам сараһына әҙерлек мәсьәләләре тикшерелде.

Әйтергә кәрәк, был көндө 15 сәғәттән башлап «Нефтсе» мәҙәниәт һарайында ҡаланың социаль-иҡтисади үҫешен һүрәтләгән күргәҙмә йәйелдереләсәк. Шулай уҡ Белорет предприятиелары менән сығарылған тауарҙар күргәҙмәһе-сауҙа ойоштороласаҡ. Кисен, 19 сәғәттә, ҙур байрам концерты башлана, унда Белорет районында тыуып үҫкән Башҡортостандың күренекле мәҙәниәт эшмәкәрҙәре  һәм райондың иң яҡшы ижади коллективтары ҡатнаша. Сараға инеү бушлай, тип хәбәр иттеләр Белорет районы хакимиәтендә.

темалар: Белоретҡа - 250