3 декабрь, Шәмбе

03 май 2012 йыл, 16:25

Ҡырмыҫҡалы районы игенселәре беренсе булып сәсеүҙе тамамланы

автор: Ғәлиә Нәбиева

Бөгөн Ҡырмыҫҡалы районы хеҙмәтсәндәре иген культураларын сәсеү буйынса планды үтәне, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығында. Иген баҫыуҙары районда 24300 гектарҙы биләй. Был республикалағы иген сәсеүҙе тамамлаған беренсе муниципалитет.

Район хужалыҡтарында йәмғеһе 25700 гектарҙа яҙғы сәсеү үткәрелгән, планға ҡарата был 59 процент. Ҡырмыҫҡалыларға шәкәр сөгөлдөрө, көнбағыш һәм мал аҙығы культураларын ғына сәсергә ҡалған.

Тағы өс район эшсәндәре һуңғы гектарҙа сәсеү эштәрен алып бара. Архангел, Дүртөйлө, Саҡмағош, Миәкә райондары игенселәре 96 проценттан ашыу майҙанда иген сәскән. Уларға йылы яратыусы иген культураларын – ҡарабойҙай менән тарыны ғына сәсергә ҡалған.

Республиканың көньяҡ урман-дала зонаһына ингән ауыл хужалығы предприятиелары 2012 йылғы сәсеү кампанияһын тамамлай. Бында майҙандарҙың 80 проценты сәселгән. Урал алды райондарында баҫыу эштәре 69 процентҡа үтәлгән. Ә республиканың Урал аръяғы һәм төньяҡ-көнсығыш райондарын төп сәсеү эштәре алда көтә.

Дөйөм алғанда Башҡортостанда 892 мең гектарҙа яҙғы сәсеү үткәрелгән, планға ҡарата был 47 процент. Иген һәм ҡуҙаҡлы иген культуралары 718 мең гектарҙы биләй – 60 процент.

БР Ауыл хужалығы министрлығының агротехник хеҙмәте белгестәре әйтеүенсә, был арала үҫемлектәр вегетацияһы өсөн һауа шарттары уңай килә. Шытымдар һәйбәт, тупраҡтағы дым запасы норманан бер нисә тапҡырға артығыраҡ, шуға күрә аграрийҙар һәйбәт уңыш алыуға өмөтләнә.