Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 55.84 ↓

EUR 60.79 ↑

26 апрель, Шаршамбы

Уфа   °

9 майға Өфө урамдарын байрам баннерҙары һәм видеоэкрандар биҙәйәсәк

Йәмғиәт

9 май алдынан Өфө Еңеү символдары менән биҙәләсәк. Башҡортостандың баш ҡалаһы урамдарында лозунгылар, ҡотлауҙар һәм байрам символикаһы: Георгий таҫмаһы, йондоҙҙар, ордендар, сәскәләр төшөрөлгән баннерҙар, юл өҫтөнән тарттырылмалы һәм ябай плакаттар, видеоэкрандар урын аласаҡ.

Бөгөн Өфө хакимиәте башлығы урынбаҫары Сынтимер Баязитовтың хәбәр итеүенсә, видеоэкрандарҙа ҡотлауҙар менән киң форматлы башбиҙәктәр буласаҡ, ҡала урамдарында 140 тематик баннер, төрлө форматтағы 370 ҡағыҙ плакат, урам өҫтөнән тарттырылыусы ике яҡлы 8 плакат, юл үткәргестәрҙә ҙур күләмдәге 8 баннер ҡуйыласаҡ. Иң ҙур баннерҙың үлсәме -  3-кә 48 метр.

— Мәғлүмәт материалдарын монтажлау эштәре 5 майға ҡәҙәр тамамланасаҡ, — тине Сынтимер Баязитов.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть