8 декабрь, Кесе йома

03 май 2012 йыл, 14:34

Рөстәм Хәмитов: «Статистика мәғлүмәттәре менән эшләгәндә беҙгә элементар мәҙәниәтлелек етмәй»

автор: автор: Ғәлиә Нәбиева | фото: Олег Яровиков

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов бөгөн министрлыҡ һәм ведомство етәкселәре менән республика Хөкүмәтенең, дәүләт власы органдарының Башҡортостанстат менән хеҙмәттәшлек итеү мәсьәләләрен тикшерҙе. Кәңәшмә Башҡортостан Хөкүмәтендә үтте.

— Башҡарма власть органдары эшмәкәрлеген ысынтылап камиллаштырыу, иҡтисадтағы һәм социаль өлкәләге хәлдәрҙе яҡшыртыу өсөн беҙҙең статистика органы менән эшкәртелгән ғәйәт ҙур мәғлүмәт-аналитика массивын беҙҙең мәнфәғәттә эшләргә мәжбүр итәсәк берлектәге эшмәкәрлектең иң ҡулай моделен төҙөргә кәрәк, — тине Рөстәм Хәмитов, кәңәшмәне асып.

Республика Президенты, идара итеүгә бәйле ҡарарҙарҙың уңышлылығы, хәлдәрҙе контролдә тотоу күп осраҡта статистика мәғлүмәте менән профессиональ кимәлдә эшләүгә, уны дөрөҫ баһалауға һәм анализлауға нигеҙләнә, тип билдәләне.

Рөстәм Хәмитов бөгөн республика статистиктары менән йыйылған мәғлүмәттәрҙең күплеген билдәләне. Йыл һайын власть органдары статистик мәғлүмәт-аналитика эштәренә дәүләт заказы әҙерләй.

— Берлектәге эштәребеҙ һөҙөмтәле. Бик күп мәғлүмәт алабыҙ, әммә эш шунда —  министрлыҡтар был мәғлүмәт менән артабан ни ҡәҙәр профессиональ кимәлдә эшләй, — тип бурысты билдәләне Башҡортостан Президенты. — Ҡайһы бер идара итеүгә бәйле ҡарарҙарҙың һөҙөмтәһеҙ булыуы сәбәптәрен, кәңәшмәләребеҙҙең насар әҙерләнеүен мин күп етәкселәребеҙҙең тармаҡтағы хәлдәр тураһында тулы мәғлүмәткә эйә булмауында күрәм.

Рөстәм Хәмитов ошо мәғлүмәттәрҙән тыш чиновниктарҙың ауыртҡан урындарҙы билдәләй һәм аталған һәр проблема буйынса дөрөҫ ҡарар ҡабул итә алмауын һыҙыҡ өҫтөнә алды.

— Яңы идеялар, инициативалар дефициты үҙ хужалығыңды белмәүҙән килә, — тине республика башлығы.

Йәнә Президент билдәләүенсә, министрлыҡ һәм ведомстволарҙың уңайһыҙ һандарҙы әйтмәй ҡалдырыуына, тикшерелмәгән мәғлүмәттәрҙе файҙаланып, уларҙы республика етәкселегенә тапшырыуына юл ҡуйылырға тейеш түгел.

— Белдекһеҙлек кенә түгел, был бик йыш аңлы рәүештә дезинформация биреү ул, — тип үҙ ҡарашын белдерҙе Башҡортостан Президенты. — Ләкин иң аламаһы — был эштә формализмға юл ҡуйылыуы.

Миҫал итеп Рөстәм Хәмитов республика башҡарма власть органдарының йыл һайын статистиктарға заказ биргән стандарт күрһәткестәр исемлеген килтерҙе. Иҡтисадтағы хәлдәр даими үҙгәреүгә, әүәлге күрһәткестәр сигенән сыҡҡан яңы реаль эштәр, проблемалар барлыҡҡа килеүенә ҡарамаҫтан, улар бик һирәк яңынан ҡарала.

— Тармаҡтарҙа тәрән аналитика үткәреү, хәлдәрҙе системалы күҙ алдына килтереү, проблемаларҙы асыҡлау һәм уларҙы хәл итеү өсөн Башҡортостанстат материалдары нигеҙ итеп алынырға тейеш, – тип иҫәпләй Рөстәм Хәмитов. — Беҙгә ошо мәғлүмәттәр менән эшләү өсөн элементар мәҙәниәтлелек етмәй. Тармаҡтағы хәлдәргә икенсе күҙлектән ҡарарға мөмкинлек биреүсе фактураны, күрһәткестәрҙе таба белеү мөһим.  

Президент, был системаның башҡа төбәктәрҙә нисек эшләүен тикшерергә, тигән бурыс ҡуйҙы. Рәсәйҙең ҡайһы бер субъекттарында социаль-иҡтисади мониторинг алып барыусы ведомстволар бар, улар төп өлкәләр буйынса анализ яһай, дәүләт власы органдары эшмәкәрлегенең мәғлүмәти нигеҙен формалаштыра.

— Беҙҙә бының булғаны ла юҡ, — тине Рөстәм Хәмитов. – Мин эшемдә үҙебеҙҙең статистика идаралығының мәғлүмәттәрен генә файҙаланам.  

Республика башлығы йәнә министрлыҡ һәм ведомстволарҙың интернет-порталдары эшмәкәрлеген анализланы, был сайттарҙа урынлаштырылыусы мәғлүмәттәрҙең сифатын тикшерҙе.