4 декабрь, Йәкшәмбе

03 май 2012 йыл, 13:50

Май байрамдарына Мәскәүгә өҫтәмә поездар билдәләнде

автор: Любовь Колоколова

Май байрамдарында тимер юлда йола буйынса алыҫ араға йөрөүсе өҫтәмә поездар билдәләнә. Байрам көндәрендә тимер юл хеҙмәтенә артҡан һорауҙы тәьмин итеү өсөн «Рәсәй тимер юлдары» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең Федераль пассажирҙар компанияһы 412 рейсҡа 203 өҫтәмә поезд тәғәйенләй. Улар 12 майға тиклем йөрөйәсәк.

Белгестәр күҙаллауынса, быйыл байрам осоронда 3,7 миллиондан ашыу пассажир хеҙмәтләндереләсәк, уҙған йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда был 3,8 процентҡа күберәк. Ғәҙәттәгесә, иң ҙур һорау Мәскәү һәм Санкт-Петербург йүнәлештәрендә күҙәтелә. БДБ илдәренә өҫтәмә поездар тәғәйенләү буйынса Украина менән Белоруссия беренсе урында килә.

Куйбышев тимер юлының Башҡортостан бүлексәһендә хәбәр итеүҙәренсә, республика халҡына уңайлы булһын өсөн 39-сы «Өфө — Мәскәү» (состав 3 майҙа иртән ҡуҙғалған, киләһе рейс 9 майҙа), 40-сы «Мәскәү – Өфө» (5 һәм 11 майҙа ҡуҙғала), 433-сө «Ульяновск – Мәскәү» (3 һәм 8 майҙа), 434-се «Ульяновск – Өфө» (6 һәм 11 майҙа) өҫтәмә поездары билдәләнгән.

темалар: тимер юл,байрам