Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.83 ↓

EUR 69.29 ↑

13 декабрь, Шаршамбы

Уфа   °

Өфөлә водителдәр өсөн «Таҙа юлдар – таҙа ҡала» эко-акцияһы үтте

Йәмғиәт

Санкцияланмаған сүплектәр булдырыуға юл ҡуймай Өфөлә үткән «Таҙа юлдар – таҙа ҡала» эко-акцияһының төп маҡсаты булды. БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының Өфө территориаль идаралығы, Өфө ҡалаһы буйынса Эске эштәр министрлығы идаралығының ЮХХДИ бүлеге, шулай уҡ «Диалог» үҫмерҙәр клубтары берләшмәһе волонтерҙары акцияның ойоштороусылары булып сығыш яһаны.  

— Акцияны үткәреү урыны итеп баш ҡалалағы туҡталыштарҙың береһе — «Дан бульвары» һайланды. Сара барышында ойоштороусылар йөҙҙән ашыу автомобилде туҡтатты, уларҙың водителдәре йыйылған сүп-сарҙы тапшырып, урынына «Мин таҙа ҡала яҡлы» тип яҙылған йәшел таҫма алды, — тип хәбәр итте Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы матбуғат секретары Нина Никандрова.

Бынан тыш, «Таҙа юлдар – таҙа ҡала» акцияһы сиктәрендә автомобилистарға РФ Һыу кодексының талаптары аңлатылды, уға ярашлы машинаны йыуыу, ҡуйыу, хәрәкәт итеү, шулай уҡ һаҡланған һыу зоналарында законһыҙ сүплектәр ойоштороу тыйыла. Водителдәргә эко-акцияны ойоштороусыларҙың аңлатыуынса, тораҡ пункттарҙа, шулай уҡ уларҙан ситтә автотранспорт сараларын йыуыу, туҡталҡаға ҡуйыу һәм хәрәкәт итеү ҙә бының өсөн махсус йыһазландырылған урындарҙа ғәмәлгә ашырылырға тейеш.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть