9 декабрь, Йома

03 май 2012 йыл, 11:24

Рәсәйҙә рәсми рәүештә «зиннәтле» автомобиль маркалары билдәләнде

автор: Әлфиә Шәрәфетдинова

Рәсәйҙә зиннәтле мөлкәткә һалым булмаясаҡ, әммә ҡыйбатлы күсемһеҙ милек һәм автомобиль хужаларына үҙҙәренең мөлкәте өсөн арттырылған ставка буйынса түләргә тура киләсәк. 2 майҙа үткән 2013-2015 йылдарға илдәге һалым сәйәсәтенең төп йүнәлештәрен тикшереүгә арналған  ултырышта РФ Хөкүмәте шундай ҡарар ҡабул итте.

— Зиннәтле мөлкәткә махсус һалым булмаясаҡ. Был мәсьәләне ҡеүәтле автомобилдәргә арттырылған ставкалы транспорт һалымын индереү һәм ҡыйбатлы күсемһеҙ милек өсөн һалым һалыуҙың прогрессив системаһын билдәләү арҡылы хәл итеү күҙаллана, — тип Рәсәй финанс министры урынбаҫары Сергей Шаталовтың һүҙҙәрен килтерә федераль мәғлүмәт агентлыҡтары.

Министр урынбаҫары арттырылған ставка буйынса түләргә тура киләсәк аныҡ автомобилдәрҙе лә атаны. Бында 410-дан ашыу ат көсөнә эйә Maybach, Lamborghini, Ferrari, Maserati, Bentley, Aston Martin, Rolls-Royce, Chevrolet Corvette, шулай уҡ алты литрлы Mercedes һәм етенсе сериялағы BMW кеүек маркалар тураһында һүҙ бара. Шул уҡ ваҡытта һалым ставкаһын арттырыу 2000 йылдан алдараҡ сығарылған машиналарға һәм спорт автомобилдәренә ҡағылмаясаҡ.

Күсемһеҙ милеккә килгәндә, хаҡы 100 млн һумға тиклем баһаланған объекттарға — кадастр хаҡынан 0,05 процент ставкаһы буйынса, 100-300 млн һумға баһаланғандарына — 0,1 процент, 300 млн һумдан ҡыйбатыраҡтарына 0,3 процент ставкаһы буйынса  һалым һалынасаҡ.