Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.65

EUR 69.07

24 сентябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Рөстәм Хәмитов Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының 80 йыллығына арналған саралар тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы

Йәмғиәт

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов «2012 йылда Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты федераль дәүләт бюджет учреждениеһының 80 йыллығына арналған сараларҙы әҙерләү һәм үткәреү тураһында»ғы Указға ҡул ҡуйҙы.

Республика башлығы юбилейлы саралар исемлеген һәм уларҙы ойоштороу һәм үткәреү буйынса республика ойоштороу комитеты составын раҫларға ҡушты. Уның составына Президент Хакимиәте, Хөкүмәт, министрлыҡ, ведомстволар, ғилми учреждениелар, «Башҡортостан» телерадиокомпанияһы вәкилдәре инде.  

Указға ярашлы, юбилей сараларын үткәреүгә бәйле бөтә сығымдар учреждениеның үҙенең средстволары һәм бюджеттан тыш сығанаҡтар иҫәбенә финансланырға тейеш. Указ үтәлешенә контроллек итеү Башҡортостан Президенты Хакимиәтенә йөкмәтелә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть