5 декабрь, Дүшәмбе

02 май 2012 йыл, 17:19

Башҡортостанда юлдарҙы төҙөкләндереү айлығы старт алды

автор: Әлфиә Шәрәфетдинова

Бөгөн Башҡортостанда автомобиль юлдарын төҙөкләндереү айлығы старт алды. Тейешле ҡарар республика Хөкүмәте бойороғо менән раҫланған.

2 майҙан 2 июнгә тиклем төбәктә автомобиль юлдарын һәм юл яны инфраструктураһын төҙөкләндереү саралары, шул иҫәптән автоюлдарҙы ремонтлау, юл яны һыҙаттарын йәшелләндереү эштәре көсәйтеләсәк.  

— Башҡортостандың муниципаль райондары, ҡала округы, ҡала һәм ауыл биләмәләре хакимиәттәренә һәм предприятиеларға дөйөм файҙаланыуҙағы автоюлдарҙы һәм тораҡ пункттарҙағы автомобилдәр йөрөгән юлдарҙы төҙөк хәлдә тотоу, ремонтлау, архитектур яҡтан биҙәү һәм төҙөкләндереү буйынса бригадалар ойошторорға кәңәш ителде, — тип хәбәр итә БР Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте. Айлыҡҡа 30 июнгә тиклем йомғаҡ яһаласаҡ.

темалар: юл хужалығы